[Evertype]  Alice's Adventures in Wonderland in Bashkir Home
 
 

Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары
Ӓlisӓneñ Sӓyerstandağı majaraları
Alice’s Adventures in Wonderland in Bashkir

Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары

By Lewis Carroll, translated into Bashkir by Güzӓl Sitdykova

First edition, 2017. Illustrations by John Tenniel. Portlaoise: Evertype. ISBN 978-1-78201-201-6 (paperback), price: €12.95, £11.95, $15.95.

Click on the book cover on the right to order this book from Amazon.co.uk!

Or if you are in North America, order the book from Amazon.com!

«Ана тегендә,» тине Бесәй уң ҡулы менән күрһәтеп, «Ҡалпаҡсы йәшәй! Ә тегендә,» һулын һелтәне, «Март Ҡуяны. Кеменә барһаң да ярай. Икеһе лә диуана.»   “In that direction,” the Cat said, waving its right paw around, “lives a Hatter: and in that direction,” waving the other paw, “lives a March Hare. Visit either you like: they’re both mad.”
«Нимәгә ул миңә диуаналар?» тине Әлисә.   “But I don’t want to go among mad people,” Alice remarked.
«Ни хәл итәһең,» тип, килешмәне Бесәй. «Беҙ барыбыҙ ҙа диуана бында—һин дә, мин дә.»   “Oh, you ca’n’t help that,” said the Cat: “we’re all mad here. I’m mad. You’re mad.”
«Минең диуана икәнде ҡайҙан беләһегеҙ?» тип һораны Әлисә.   “How do you know I’m mad?” said Alice.
«Әлбиттә, диуанаһың,» тип яуапланы Бесәй. «Юҡһа һин нисек бында килеп эләгер инең?»   “You must be,” said the Cat, “or you wouldn't have come here.”
Cat Clárach
Льюис Кэрролл—атаҡлы инглиз яҙыусыһы һәм Оксфорд университеты Крайст Чёрч колледжының математика уҡытыусыһы Чарлз Латвидж Додсондың (1832–1898) псевдонимы. Ул колледж ректоры Генри Лидделл ғаиләһенең яҡын дуҫы булған һәм үҫмер Элис (1852 йылғы) менән уның Лорина һәм Эдит тигән апа­ла­рына әкиәттәр һөйләй торған булған. Бер мәл—1862 йылдың 4 июлендә—Кэрролл, уның дуҫы, рухани Робинсон Дакуорт һәм өс ҡыҙ бала кәмәлә йөрөргә сығып китәләр ҙә яр буйында табын ҡороп ултыралар. Шул сәфәр ваҡытында Кэрролл Әлисә исемле ҡыҙыҡайҙың йорт ҡуяны өңөнә осоп төшөүе һәм уның шундағы сәйер илдә шаҡ ҡатырғыс мажараларға тарыуы тарихын һөйләй ҙә инде. Элис был әкиәтте Кэрроллдың яҙып биреүен үтенә, бер аҙҙан ҡулъ­яҙма әҙер ҙә була. Һуңғараҡ уға төҙәтмәләр индерелә һәм тулыландырыла, һәм 1865 йылда китап баҫылып сыға. Шунан бирле «Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары» әкиә­тенең төрлө версиялары донъя йөҙөндәге башҡа тел­дәр­ҙә сығып тора. Әҫәр элегерәк йәш тәржемәсе А. Әхмә­ҙиева тарафынан башҡорт теленә әйләндерелгәйне инде.   Lewis Carroll is the pen-name of Charles Lutwidge Dodgson (1832–1898), a writer of nonsense literature and a mathematician in Christ Church at the University of Oxford in England. He was a close friend of the Liddell family: Henry Liddell had many children and he was the Dean of the College. Carroll used to tell stories to the young Alice (born in 1852) and her two elder sisters, Lorina and Edith. One day—on 4 July 1862—Carroll went with his friend, the Reverend Robinson Duckworth, and the three girls on a boat paddling trip for an afternoon picnic on the banks of a river. On this trip on the river, Carroll told a story about a girl named Alice and her amazing adventures down a rabbit hole. Alice asked him to write the story for her, and in time, the draft manuscript was completed. After rewriting the story, the book was published in 1865, and since that time, various versions of Alice’s Adventures in Wonderland were released in many various languages. It was first translated to Bashkir in 1997 by a young translator Aygöl Ӓxmӓźieva.
Әле килеп, егерме йыл үткәс, мин үҙе вариантымды эшләргә булдым, сөнки һәр автор әҫәрҙе туған теленә, үҙ халҡының мәҙәниәтенә үҙенсә яраҡлаштыра.   Twenty years later, I decided to create my own version, since each author adopts the text in a unique way to their native language, to the culture of their people.
Башҡорт теле Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Рес­публикаһының дәүләт теле булып тора. Алтай тел­дәренең төрки тармағы ҡыпсаҡ төркөмөнөң волга буйы-ҡыпсаҡ төркөмсәһенә ҡарай. Донъя йөҙөндә башҡорт телендә 1,2 млн кеше һөйләшә. Башҡорт әҙәбиә­тенең тамырҙары тәрәндә: боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларҙан һәм дини әҙәбиәттән тыш, телдән-телгә быуаттар буйы халыҡтың ауыҙ-тел ижады тапшырыла килгән, яҙылмаған ул, ә һәр яңы быуын тарафынан шымартыла барған. Башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтендәге иң боронғо һәм иң бөйөк ҡомартҡы—«Урал батыр» эпосы, ул «Башҡор­то­стандың ете мөғжизәһе»нең береһе. Эпос Халыҡ-ара төрки мәҙәниәт ойошмаһының (ТЮРКСОЙ) Матди булмаған мәҙәни мираҫ исемлегенә индерелгән һәм ЮНЕСКО-ның «Кешелектең ауыҙ-тел һәм матди булмаған хазиналары» исемлегенә индерелеүгә тәҡдим ителгән.   The Bashkir language is a state language of the Republic of Bashkortostan (Russian Federation). It belongs to the Volga-Kipchak subgroup of the Kipchak group, of the Turkic branch of the Altaic languages. There are more than 1.2 million people in the world who speak Bashkir. The Bashkir literature has deep roots: in addition to the ancient Turkic and religious literature, there is a rich oral folklore that was passed on through generations. The most ancient and heroic epos in Bashkir is the Ural-batır, included in the “Inventory of the Intangible Heritage of the Turkic World” by the International Organization of Turkic Culture (TÜRKSOY), and nominated for the UNESCO list of the “Masterpieces of the Oral and Intangible Heritage of Humanity.”
Боронораҡ башҡорт теленә шәреҡ авторҙарының баш­лыса ғәрәп һәм фарсы телендәге китаптары телдән әйлән­дереп һөйләнелһә, XIX быуаттан—урыҫ телендәге әҫәрҙәр, ХХ быуаттан иһә күп телле донъя әҙәбиәте тәржемә ителә башлай. Телдән-телгә күскән тәржемә, ауыҙ-тел ижады тәжрибәһе, көнкүреште, халыҡтың йәшәү рәүешен белеү «Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары» әҫәре өҫтөндә эшләгәндә бик кәрәк булды, сөнки төрлө һүҙ уйнатыуҙарҙы халыҡтың йолаларына һәм телебеҙгә ярашлы итеп «башҡортлаштырырлыҡ» өлгөләр табырға кәрәк булды.   Until the 19th century only the works of the Oriental authors, mostly books in Arabic and Persian, were translated into Bashkir; later, the works of Russian authors began to be translated; and in the 20th century, translations of the world literature from many languages were published. Traditions of the oral translation, folklore, knowledge of the Bashkir way of life were useful as I worked on the appropriate “domestication” of Lewis Carroll.
Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова
Өфө, Башҡортостан
2017, май
  Güzӓl Ramaźan kızı Sitdykova
Ufa, Bashkortostan
May 2017

 
HTML Michael Everson, Evertype, 73 Woodgrove, Portlaoise, R32 ENP6, Ireland, 2017-10-15

Copyright ©1993-2013 Evertype. All Rights Reserved